13:09 (UTC+5), 03 Октября 2018

Ирәмәлдә юғалған турист иҫән-һау табылған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Шәмбе, 29 сентябрҙә, Ирәмәлдә юғалған турист Александр Виннюков (Екатеринбург) иҫән-һау табылған. «Башинформ» агентлығына «Ирәмәл» тәбиғәт паркы етәксеһе Николай Максимов һөйләүенсә, бөгөн көндөҙ ир үҙе Николаевка ауыл советының Мәхмүт ауылына килеп сыҡҡан. Ул иҫән-һау, әле парк хеҙмәткәрҙәрендә. Уның янына дуҫтары килергә тейеш.
Баҡтиһәң, турист аҙашҡан, йүнәлеште юғалтҡан, дөйөм алғанда, ул тайга буйлап 100 саҡрым ер үткән.
Бынан алда агентлыҡ хәбәр иткәнсә, ир дуҫтары менән тауға артылған, Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғынан тауҙан төшкәндә нисектер уларҙан тороп ҡалған. Төркөм уның юғалыуы хаҡында икенсе көндө генә хәбәр иткән. Ҡотҡарыусылар, Росгвардия хеҙмәткәрҙәре һәм тәбиғәт паркы инспекторҙары уны дүрт көн буйына эҙләне.
http://www.bashinform.ru/news/1219972-turista-propavshego-na-iremele-nashli-zhivym-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика