09:28 (UTC+5), 03 Октября 2018

Беҙ ирекмәндәр хәрәкәте үҫешенә ярҙам итәсәкбеҙ – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Йәмәғәтселек проекттары буйынса идаралығы начальнигы Сергей Новиков менән осрашты. Ул Өфөлә III Бөтә Рәсәй «көмөш» волентерҙар форумында ҡатнашты.
Осрашыуҙа шулай уҡ Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары – Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Баш хәрби-сәйәси идаралығы начальнигы Андрей Картаполов, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Бугаев, Ирекмән йылы дирекцияһы етәксеһе Ксения Разуваева, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары ҡатнашты.
Сергей Новиков Өфөләге форумды юғары баһаланы һәм уны уҙғарған өсөн республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе.
– Бик яҡшы сара. Иң мөһиме, кешеләр бик ярҙамсыл. Был – кешеләрҙең үҙҙәренә бер нәмә лә һорамаған үҙенсәлекле категорияһы, – тине Сергей Новиков. – Был донъя күләмендә лә ирекмәндәр хәрәкәтенең сағыштырмаса яңы сегменты.
Рөстәм Хәмитов «көмөш» ирекмәндәр өсөн гранттар тапшырыу ҡарары тураһында хәбәр итте.
– Беҙ ирекмәнлектең кәрәк, мөһим һәм файҙалы икәнен күрәбеҙ. Беҙ ярҙам итәсәкбеҙ. Киләһе йылда ошо хәрәкәт өсөн махсус гранттар бүлергә хәл ителде. Әлегә һүҙ ҙур булмаған суммалар тураһында бара. Ләкин улар менән дә эшләргә өйрәнеү, ихтыяжды аңлау зарур, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Был хәрәкәтте рамкаларға индерергә кәрәкмәй. Әммә билдәле бер ойошма, әлбиттә, кәрәк. Беҙ әлеге мәсьәләлә илдә лидерҙар араһында булғанлыҡтан, һис шикһеҙ, ошондай майҙансыҡ булдырырбыҙ.
Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары Андрей Картаполов илдә һәм төбәктәрҙә «Юнармия» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте үҫеше хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн 267 мең кеше улар сафында тора.
Осрашыу барышында һүҙ Өфө гарнизонының Офицерҙар йортонда Юнармия йортон, шулай уҡ 12-се инженер бригадаһы полигонында йәйге лагерь һәм «Патриот» республика паркын булдырыу пландары тураһында барҙы.
– Башҡортостан Республикаһы һәр ваҡыттағыса алдынғы урындарҙы биләр тип ышанам, шул иҫәптән юнармия хәрәкәтендә, – тине Андрей Картаполов.
Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Бугаев йәштәр менән алып барылған эш өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
– Күрһәткестәр һәйбәт, республика тотороҡло рәүештә илдә иң яҡшылар иҫәбендә. Төбәктәге ыңғай тәжрибә башҡа субъекттарға ла таратылһын ине, – тине Александр Бугаев.
1 из 3
http://www.bashinform.ru/news/1219448-my-budem-pomogat-razvitiyu-volontyerskogo-dvizheniya-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика