05:00 (UTC+5), 02 Октября 2018

Сибайҙа унынсы игеҙ тыуған

Сибай ҡалаһы ЗАГС бүлеге
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә йыл башынан 10 игеҙ бала теркәлгән. Рәдиф һәм Марина Мәүлетовтар бәхетле ата-әсә булды. Аиша һәм Амелия 20 сентябрҙә сәғәт 12 тирәһендә тыуған. Ҡыҙҙарҙың буйы – 50 һәм 49 сантиметр, ауырлығы – 2700 һәм 2689 грамм.
«Йөклө саҡта игеҙәк балалар буласағын белгәс, бер ҙә аптырап ҡалманыҡ, сөнки Маринаның нәҫелендә игеҙ балалар булған, - тип «Башинформ» агентлығы журналистарына тәьҫораттары менән уртаҡлашты ғаилә башлығы. - Исемдәрҙе оҙаҡ һайланыҡ. Хәләл ефетем – урыҫ, мин – мосолман, шуға бер ҡыҙыбыҙға – Аиша, икенсеһә Амелия тип ҡуштыҡ. Беҙгә бик матур күренә!»
Рәдиф полиция бүлегендә эшләй, балалар тыуыу менән бәйле отпуск алырға тура килә.
«Башҡаса нисек? Улар икәү, ҡатыныма ярҙам итергә кәрәк», — тип һөйләй Рәдиф.
Игеҙ бала тыуыу менән ата-әсәләрҙе ЗАГС бүлегендә ҡотланылар һәм тыуыу тураһында таныҡлыҡтарҙан тыш, бүләктәр тапшырҙылар.
2018 йылда Сибайҙа 635 бала тыуған, был һан былтырғынан 50-гә күберәк.
http://www.bashinform.ru/news/1218856-v-sibae-rodilas-desyataya-dvoynya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика