08:15 (UTC+5), 02 Октября 2018

Республикала ҡырағай төлкөләр кешеләргә һөжүм итергә маташҡан

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бер нисә көн элек Башҡортостандың Благовар районы Һынны ауылында ҡырағай төлкөләр кешеләргә һөжүм итергә маташҡан. «Башинформ» агентлығына Лира исемле ханым һөйләүенсә, тәүге осраҡ уның атаһы менән баҡсала булған:
«Беҙ картуф баҡсаһында үлән сабып йөрөй инек, унан алыҫ түгел ерҙә йырын, таллыҡ һәм йылға аға. 79 йәшлек атайым беҙҙән 50 метр тирәһе ситкәрәк китте. Ниндәйҙер мәлдә йырындан төлкө килеп сыҡты һәм атайыма ташланырға килә башланы. Беҙ шунда уҡ эргәһенә йүгереп барҙыҡ, ҡысҡыра һәм йәнлекте һәнәк менән ҡурҡыта башланыҡ. Төлкө яйлап ҡына яҡынлашып, атайыма ташланырға маташты (ул инсульт кисергән һәм әкрен генә йөрөй). Оҙаҡ ҡына шулай һәнәк тотоп торҙоҡ, ләкин ул барыбер ҡасманы. Төлкө артҡы тәпәйҙәренә баҫҡас, баҡсалағы эште ҡалдырып, өйгә инергә булдыҡ».
Икенсе осраҡ ханымдың күршеләре менән булған. Төлкө иргә һәм уның улына — мәктәп уҡыусыһына ташланырға уйлаған. Улар күршеһен ярҙамға саҡырған, йәнлекте мылтыҡ менән атып үлтергәндәр.
Хәл бының менән генә тамамланмаған. Бер нисә көндән әңгәмәсенең ата-әсәһенең ихатаһында йәнә төлкө күҙгә салынған, етмәһә көндөҙ. Ханымдың әсәһе һарай янында йөрөгән ҡырағай йәнлекте күреп, өйгә инеп өлгөргән. Ауыл халҡы ауыл биләмәһе башлығына мөрәжәғәт иткән. Баҡтиһәң, тап әлеге осраҡ алдынан хакимиәттә ошо һәм күрше ауыл советтары биләмәһенә ҡырағай хайуандар килеүе тураһында мәсьәлә күтәрелгән икән.
Төлкөләр араһында ҡотороу сире һәм халыҡтың, иң мөһиме балаларҙың именлеге мәсьәләһен күтәреү зарур, тип иҫәпләй ханым.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында әйтеүҙәренсә, ауыл биләмәһендә ҡырағай йәнлектәр күренгән осраҡта хайуандар донъяһы объекттарын файҙаланыуҙы күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге инспекторына хәбәр итергә кәрәк, ул үҙ сиратында ветеринарҙы, урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен саҡырырға тейеш. Ял көндәрендә республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығындағы оператив дежурныйҙың номерын йыйырға кәрәк: 8 (347) 218-04-30.
http://www.bashinform.ru/news/1218894-v-bashkirii-dikie-lisy-pytalis-napast-na-lyudey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика