12:03 (UTC+5), 02 Октябрь 2018

Башҡортостанда 635 меңдән ашыу кеше киҙеүҙән прививка эшләткән

Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда грипты һәм ОРВИ-ҙы иҫкәртеү маҡсатында халыҡты иммунизациялау кампанияһы дауам итә.
Әлеге ваҡытта халыҡ йышыраҡ вируслы сирҙән һаҡлана. Әйтәйек, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева һүҙҙәренсә, бөгөнгә республикала 635 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан, йәки төбәктәге халыҡ һанынан 15,6%. Шул иҫәптән федераль бюджет иҫәбенә 633,9 мең кешегә прививка яһалған, уларҙың 487 меңе — өлкәндәр, 146 меңе — балалар. 2,4 мең кеше эш биреүселәрҙең һәм үҙ аҡсаһына прививка эшләткән.
Алдағы эпидемик миҙгелдә Башҡортостанда 1,6 миллион кешегә, шул иҫәптән 350 мең балаға грипҡа ҡаршы прививка яһау күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡтың юғары хәүеф янаған төркөмдәренә: хроник сирле балаларға, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, 60 йәштән өлкәндәргә, хәрби хеҙмәт йәшендәгеләргә, медицина, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә прививкалар федераль ҡаҙна иҫәбенә эшләнә.
Иҫкәртеү вакцинацияһы иҡтисади яҡтан аҡланған, сөнки эшкә һәләтле халыҡ араһында киҙеү менән сирләүҙе кәметергә мөмкинлек бирә. Сентябрь-октябрь — ошондай прививкалар яһатыу өсөн иң ҡулай ваҡыт.
Вакцинация мәсьәләләре буйынса республика буйынса Роспотребнадзорҙың ҡыҙыу бәйләнеш телефонына шылтыратырға мөмкин: 8-800-700-90-30, шылтыратыуҙар 15 октябргә тиклем иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә ҡәҙәр ҡабул ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1219243-privivku-ot-grippa-sdelali-svyshe-600-tysyach-zhiteley-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика