04:30 (UTC+5), 02 Октября 2018

Башҡортостанда 26 меңдән ашыу ирекмән иҫәпләнә – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 октябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов III Бөтә Рәсәй «көмөш» ирекмәндәр форумын асыуҙа ҡатнашты.
Форум башланыр алдынан төбәк етәксеһе Башҡортостандың презентация майҙансығын ҡараны. Унда башҡорт сувенирҙары, шулай уҡ өсөнсө быуын университетын тамамлаусылар эшләгән биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре тәҡдим ителде. Рөстәм Хәмитов ирекмәндәр хәрәкәте активистары менән аралашты, ирекмәндәрҙең социаль проекттары менән танышты.
Шулай уҡ төбәк Башлығы «Рәсәйҙә әүҙем оҙон ғүмерлелек: бәхетле кеше – бәхетле ил!» панель дискуссияһында ҡатнашты. Уның барышында ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эшмәкәрлек, Рәсәй төбәктәрендә «көмөш» ирекмәнлекте үҫтереү, ирекмәндәргә финанс һәм грант булышлығы мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов ирекмәнлек һуңғы йылдарҙа граждандар йәмғиәте үҫешен алға этәргән мөһим институтҡа әйләнеүен айырым билдәләне.
- Башҡортостан Республикаһы был эштә әүҙем ҡатнаша, илдә ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереү күрһәткестәре буйынса алдынғылар иҫәбенә инә. Бөгөн беҙҙә 200-гә яҡын ирекмәндәр берләшмәһе эшләй, - тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Бөгөн республикала 26 меңдән ашыу волонтер, шул иҫәптән «көмөш» йәштәгеләр, ирекмәнлек менән шөғөллөнә.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Башҡортостан илдә беренселәрҙән булып оло быуын граждандары менән эш буйынса программаны индерә.
- 2011 йылдан тиҫтәләгән мең пенсионер «халыҡ университеттары»нда белем алды, республика бюджеты иҫәбенә ветерандарыбыҙ өсөн путевкаларҙы компенсациялаған, социаль туризм программаһында ҡатнашты. «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» проекты «көмөш» ирекмәнлек үҙәктәре булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Республикала «Көмөш волонтер йорто» ойошторолдо, - тип һөйләне республика Башлығы.
Ирекмәнлек институты республикала 2010-2011 йылдарҙа формалаша башланы, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
1 из 5
- Беҙҙә өсөнсө быуын университеттары, йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килде. Ирекмәнлек менән шөғөлләнеүсе кешеләр үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле ағзалар итеп тоя башланы, - тине республика етәксеһе. - Беҙ үҙ яғыбыҙҙан уларға ярҙам иттек һәм итәсәкбеҙ. Беҙҙең эргәлә, йәмғиәтебеҙҙең изге, бик яҡшы, файҙалы эш менән шөғөлләнеүсе кешеләр йәшәгәнен беләбеҙ. Улар гәзит биттәренә, телевидение экрандарына бик һирәк эләгә. Әммә улар бар, асылда иһә улар күп. Бөгөн республика – ирекмәнлек өлкәһендә Рәсәй Федерацияһында алдынғыларҙың береһе.
http://www.bashinform.ru/news/1218904-v-bashkortostane-naschityvaetsya-bolee-26-tysyach-volontyerov-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика