10:33 (UTC+5), 02 Октября 2018

Баш ҡалала өлкәндәр бушлай медицина тикшереүе үтә һәм табиптар менән кәңәшләшә ала

Башҡортостан республикаһы Хеҙмәт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Иртәгәнән Өфөләге ВДНХ-ла «50 ПЛЮС. Өлкән йәштең бөтә плюстары» һәм «Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек» күргәҙмәләре эшләй. Ошо саралар барышында тикшереүҙәрҙең ҡайһы бер төрҙәрен бушлай үтергә һәм табиптар (тар белгестәр) менән кәңәшләшергә мөмкин.
3 һәм 4 октябрҙә күсмә мобиль комплекста ЭКГ эшләтергә, ҡандағы холестерин, шәкәр кимәлен тикшертергә, флюорография үтергә була.
Бынан тыш, «Өлкән йәштәге пациенттар өсөн кардио-мәктәп», «Онкология сирҙәрен иҫкәртеү мәктәбе», «Һаулыҡ мәктәбе», «Сәләмәт туҡланыу мәктәбе», «Глаукоманы иҫкәртеү мәктәбе» дәрестәрен тыңларға мөмкин.
Шаршамбы, 3 октябрҙә, «Олатайым менән ғорурланам!» күргәҙмә-презентацияһы, «Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабын бергәләп уҡыйбыҙ» әҙәби видео-марафонының өсөнсө туры була.
Шул уҡ көндә көндөҙгө сәғәт 4-тә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рус драма театры актеры Тимур Ғарипов менән шиғри осрашыу уҙа.
4 октябргә өлкән йәштәге кешеләр өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе һәм «Көмөш Өфө-2018» конкурсы билдәләнгән.
Көн һайын комплекс сәхнәһендә концерттар, шулай уҡ төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, халыҡты социаль яҡлау, пенсия тәьминәте, хеҙмәт ҡануниәте мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү ҡаралған.
Күргәҙмәләр 3-4 октябрҙә — иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға, 5 октябрҙә иртәнге 10-дан сәғәт 4-кә тиклем эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1219075-v-ufe-na-vdnkh-pozhilye-besplatno-proydut-medobsledovaniya-i-poluchat-rekomendatsii-vrachey-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика