04:15 (UTC+5), 01 Октября 2018

Башҡортостандан 5 меңгә яҡын егет көҙгө саҡырылышта Ҡораллы Көстәрҙе тулыландыра

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙә 1 октябрҙә армияға көҙгө саҡырылыш башланды. Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса, ашығыс хеҙмәткә 132,5 мең граждан йыйыла. Йыл һайын көҙгө саҡырылышта хеҙмәт урындарына Башҡортостандан биш меңгә яҡын егет юллана.
Бөгөн уҡ хәрби хеҙмәт ваҡыты тамамланған һалдаттарҙы, матростарҙы, сержанттарҙы һәм старшиналарҙы хәрби хеҙмәттән бушатыу башлана.
Быйылғы яҙғы саҡырылыш кампанияһына 128 мең кеше саҡырылды, тип хәбәр итә ТАСС. 2017 йылдың көҙгө саҡырылышына ғәскәрҙәргә 136 мең кеше йыйылды, ә уҙған йылдың яҙында 142 мең кеше саҡырылғайны.
Яҙғы саҡырылышта Башҡортостан егеттәренең байтаҡ өлөшө хәрби хеҙмәт итеү өсөн Көнсығыш хәрби округына юлланды – 1500 кеше. Үҙәк хәрби округына республиканан – 1200 кеше. Көнбайыш округына – 900-гә яҡын кеше, 200-ҙән ашыу һалдат – Көньяҡ округҡа, тағы 100 – Төньяҡ флотҡа. Яҙғы саҡырылышта Ҡораллы Көстәр рәтен Башҡортостандан бөтәһе биш меңдән ашыу кеше тулыландырҙы.
Йыйылыу пункттарында егеттәрҙе хәрби форма һәм несессер (махсус сумка), эҫе аш менән тәьмин итәләр.
Егеттәр алдағы кампаниялар барышында мотлаҡ рәүештә психологик тест үтте, саҡырыу комиссияларына йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡушылды, комиссия ултырыштарында саҡырылған егеттәрҙең ата-әсәләре булды.
Рәсәй армияһына саҡырыу фәнни һәм спорт роталарына йыйыуҙы, альтернатив хеҙмәтте үтеүҙе күҙ уңында тота.
http://www.bashinform.ru/news/1218481-okolo-5-tysyach-prizyvnikov-bashkirii-popolnyat-vooruzhennye-sily-v-osenniy-prizyv/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика