13:46 (UTC+5), 01 Октябрь 2018

Башҡортостанда оло йәштәге 796 меңдән ашыу кеше йәшәй

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда 796 меңдән ашыу оло кеше йәшәй. Улар – 60 йәшлектәр һәм унан өлкәндәр. Шуларҙың 543 меңе – 60-74 йәшлектәр, 238 меңе – 75-89 йәшлектәр, һәм 15 мең кеше – оҙаҡ йәшәүселәр (90 йәш һәм өлкәнерәк). Башҡортостанстат Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарары буйынса 1991 йылдың 1 октябренән билдәләнгән Халыҡ-ара ололар көнөнә ҡарата өлкән йәштәгеләрҙе иҫәпләп сығарҙы.
Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 1 июнендәге «Оло йәштәге кешеләрҙең проблемалары тураһында» ҡарары нигеҙендә илебеҙҙә лә Ололар көнө 1 октябрҙә билдәләнә. Байрамдың маҡсаты — өлкән йәштәге кешеләрҙең проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы классификацияһына ярашлы, 60-74 йәшлектәр – ололар, 75-89 йәшлектәр - ҡарттар, 90 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәктәр - оҙон ғүмерлеләр. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы документтарына ярашлы, 60 һәм унан өлкән йәштәгеләр оло тип иҫәпләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1218511-v-bashkirii-prozhivaet-bolee-796-tysyach-pozhilykh-lyudey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика