17:36 (UTC+5), 27 Сентябрь 2018

Башҡортостанда дауыл хәүефе тураһында иҫкәрттеләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Йома, 28 сентябрҙә, Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы рәсми сайтта ошо хаҡта иҫкәртә.
«Һауа температураһы төндә +2,+7°, көндөҙ 7-12°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей», — тиелә хәбәрҙә.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре сираттағы тапҡыр көн боҙолған саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙө. Ел көсәйгәндә биналарҙан сығырға ярамай. Балаларҙы контролгә алыу һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим.
http://www.bashinform.ru/news/1217352-v-bashkirii-obyavleno-shtormovoe-preduprezhdenie/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика