06:15 (UTC+5), 27 Сентября 2018

Башҡортостан һәм Ҡытай ғалимдары ғилми хеҙмәттәшлекте дауам итә

БР Фәндәр академияһы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы ғалимдары ғилми өлкәлә хеҙмәттәшлекте дауам итә. Ошо хаҡта һүҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһы Фәндәр академияһы делегацияһы эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһында булғанда барҙы. Делегацияны Академия президенты Сюн Шаоюань етәкләне, делегацияға Ғилми-техник стратегия, Ғәмәли физика, Энергия ресурстары институттары, Академияның структура бүлексәләре етәкселәре инде.
Осрашыу барышында Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты Рәйхана Ҡунаҡова, Башҡортостан Фәндәр академияһының химия технологиялары һәм яңы материалдар бүлеге секретары Владимир Докичев берләштерелгән ғилми-тикшеренеү эштәрен, ғилми эшмәкәрлектең уртаҡ йүнәлештәрен уҙғарыу һөҙөмтәлелеге мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһы араһында ғәмәлдәге Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә артабанғы хеҙмәттәшлек перспективалары өйрәнелде. Алдан ике Академия вәкилдәренең осрашыуы килешеү төҙөлгән йылды, 2014 йылда шулай уҡ Өфөлә уҙғарылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Фәндәр академияһында.
http://www.bashinform.ru/news/1216881-bashkirskie-i-kitayskie-uchenye-prodolzhat-nauchnoe-sotrudnichestvo/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика