Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2018, 14:36

Башҡортостан вуздарына беренсе курсҡа уҡырға алынған абитуриенттарҙың яртыһынан ашыуы — отличник

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2018 йылда «отличниктар»ҙың яртыһынан ашыуы беренсе курсҡа алынған төбәктәр һаны өс тапҡырға тиерлек – 4-тән 11-гә тиклем артҡан. Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, Томскиға һәм Татарстанға быйыл Новосибирск өлкәһе, Ленинград өлкәһе, Краснодар крайы, Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Түбәнге Новгород һәм Төмән өлкәләре өҫтәлгән. Вуздарға ҡабул итеү сифатын күҙәтеү мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.
Төбәктәр рейтингында Мәскәү өлкәһе лидер, унда юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү сифаты 76,5 балдан (2017 йылда) 78,4 балға тиклем (2018 йыл) артҡан, өҫтәүенә Санкт-Петербург вуздары менән һиҙелерлек айырма күренә (1,5 балл, былтыр иһә 0,4 балл). Шуның менән бергә Мәскәү вуздарына уҡырға ингәндәрҙең яҡынса 4,5% – өслөгә өлгәшеүселәр.
Бүрәтстанда (+3,6 балл), Татарстанда (плюс 2,9), Ленинград һәм Ростов өлкәләрендә (икеһе лә +2,7) ҡабул итеү сифатының ныҡ артыуы билдәләнгән. «Өслөгә уҡыусыларҙың» яртыһынан ашыуы бюджет урындарына ҡабул ителгән төбәктәр һаны ике тапҡырға аҙайған.
11 йүнәлеш уртаса 80+ балға эйә: улар араһында юриспруденция, көнсығышты өйрәнеү, реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш, лингвистика һәм иҡтисад бар. Быйыл уларға тәүгә политология һәм дизайн өҫтәлгән.
Тағы ла 21 йүнәлеш 70-80 балл алған. Улар иҫәбендә һаулыҡ һаҡлау, информатика һәм иҫәпләү техникаһы, математика, физика, нефть-газ эше. Быйыл химия, химия технологияһы һәм биотехнология, информатика һәм иҫәпләү техникаһы кеүек йүнәлештәр 70+ сиген үткән.
69 балға эйә абитуриенттар педагогик белем алырға, авиация һәм ракета-йыһан техникаһын, приборҙар эшләүҙе һәм оптотехниканы, автоматиканы һәм идара итеүҙе өйрәнергә йүнәлгән.
Белем биреү буйынса республика август кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйткәнсә, 2018 йылда республикала насар һөҙөмтәләр алған мәктәп тамамлаусыларҙың өлөшө 4% кәмегән.
«Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл алған ҡатнашыусыларҙың өлөшө 2,5% артҡан. Насар һәм яҡшы мәктәптәр араһында айырма 9% кәмегән», — тип билдәләне Гөлназ Шафиҡова.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостанда 58 мәктәп тамамлаусы берҙәм дәүләт имтиханында максималь һөҙөмтәләр (100 балл) күрһәткән. Сығарылыш уҡыусылары уҡыуҙарын дауам итеү өсөн Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын, Мәскәү физика-техник инстиутын, О.Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик академияһын, H.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын, Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетын һәм И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетын, Санкт-Петербург дәүләт мәғлүмәт технологиялары, механика һәм оптика (Милли тикшеренеү университеты) университетын һәм башҡа уҡыу йорттарын һайлаған.
http://www.bashinform.ru/news/1216452-v-vuzy-bashkirii-na-pervyy-kurs-zachisleno-bolee-poloviny-otlichnikov/
Читайте нас: