11:09 (UTC+5), 25 Сентября 2018

Яҡтыкүл Рәсәйҙә ял итеү өсөн иң популяр урын тип танылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Tvil.ru торлаҡ бронләү сервисы ағымдағы йылдың көҙ башында Рәсәйҙең ял итеү өсөн иң популяр күлдәрен атаны. Беренсе урында — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл. Артабан Тверь өлкәһендәге Селигер һәм Иркустк өлкәһендәге Байкал күлдәре килә.
Сервис белгестәре Рәсәйҙә туристарҙың 1 сентябрҙән алып 30-нә тиклем торлаҡ бронләүен тикшерҙе. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда күлдәрҙә ял итеүгә өҫтөнлөк бирәләр. Яҡтыкүлдә туристар сентябрь айында уртаса 4,5 көн ял итә һәм торлаҡты ҡуртымға алыуға тәүлегенә 3,1 мең һум тотона, йыш ҡына ике ғаилә өсөн торлаҡ бронләй.
Сағыштырыу өсөн: Селигерҙа — 4,2 мең һум/4 төн һәм Байкалда — 4,9 мең һум/2,5 төн.
http://www.bashinform.ru/news/1215852-odno-iz-ozer-bashkirii-priznano-samym-populyarnym-mestom-dlya-otdykha-v-rossii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика