13:30 (UTC+5), 25 Сентября 2018

«Мобиль репортер» федераль проектының башҡортса версияһы сыға башлай

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» ДТРК-һы (ВГТРК филиалы) «Мобиль репортер» федераль проектының башҡортса версияһын әҙерләй.
Был аҙнала Өфөлә III «Мобиль репортер» Бөтә Рәсәй премияһы сиктәрендә «Он-лайн хәбәрсе» тигән яңы проект менән таныштырыу сараһы уҙа. Яңы студия, яңы алып барыусы һәм «Мобиль репортер» өсөн яңы тел.
Иң халыҡсан программа хәҙер башҡорт телендә лә сыға башлай. «Он-лайн хәбәрсе» тапшырыуын Ғәзиз Лоҡманов алып бара, ләкин теләгән һәр кем уның авторы була ала.
Яңы проект авторы һүҙҙәренсә, «башҡортса мобиль репортер программаһы — заман ҡушыуы ул, сөнки интернетта туған телдәрҙә үҙенсәлекле контент күптән бар, даими авторҙар ҙа етерлек. Тәбиғәт күренештәре йәки юл-транспорт ваҡиғаһы кадрҙары, яратҡан йорт хайуандары тураһында ҡыҙыҡлы видеояҙма йәки һаманғаса хәл ителмәгән проблема. Репортаждың темаһы төрлө булырға мөмкин, берҙән-бер шарт: роликты телефонды горизонталь рәүештә тотоп төшөрөргә һәм уны тапшырыуға ебәрергә».
«Башҡорт телендәге «Мобиль репортер», программаның русса версияһы кеүек үк, танылыу яулар, тип ышана журналистар. «Рәсәй 24 — Башҡортостан» каналында ул теүәл ике йыл сыға. 205 сығарылыш яҙҙырылған, 1500 самаһы репортаж эфирҙа күрһәтелгән. Халыҡ журналистары төшөргән роликтар һәр саҡ ихлас хис-тойғолар уята.
III «Мобиль репортер» Бөтә Рәсәй премияһы Өфөлә 27-29 сентябрҙә уҙа. Өфөгә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан журналистар килә. Ләкин премияның төп геройҙары, әлбиттә, улар – халыҡ хәбәрселәре. Өфөлә уларҙы бай программа көтә.
«Башҡортостан» ДТРК-һы директоры Азамат Сәлихов һүҙҙәренсә, «ошо өс көндә илебеҙҙең 30 төбәгенән коллегаларыбыҙ һәм Белорусь Республикаһынан журналистар илебеҙҙәге билдәле журналистарҙың һәм блогерҙарҙың оҫталыҡ дәрестәрен тыңлай, республикала граждандар журналистикаһының нисек үҫешеүен һәм 100 йыллыҡ юбилей алдынан республикабыҙ, Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе тураһында белә ала.
Бынан алда ике йыл рәттән Калининградта уҙған «Мобиль репортер» Бөтә Рәсәй премияһы тәүгә пропискаһын үҙгәртә һәм Башҡортостанға килә. Еңеүсе-хәбәрселәр өсөн ҡулдан эшләнгән һындар әҙер ҙә инде. Фестивалдең барлыҡ ҡунаҡтарын республикабыҙҙың милли колориты менән таныштырыуға йүнәлтелгән сағыу концерт программаһы әҙерләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1215752-mobilnyy-reporter-zapuskaet-bashkirskuyu-versiyu-federalnogo-proekta-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика