06:20 (UTC+5), 25 Сентября 2018

Өфөлә йәштәр өсөн Job market вакансиялар йәрминкәһендә эш урындары тәҡдим ителә

Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Job market йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе 10 октябрҙә «Башҡортостан» сауҙа үҙәге (Менделев урамы, 205а) алдындағы майҙанда уҙа. Сара «Йәштәр – Респубика йөрәге!» ҡала фестивале сиктәрендә уҙғарыла.
Вакансиялар йәрминкәһенә килеүселәр даими һәм ваҡытлыса вакансиялар тәҡдим иткән баш ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының эш биреүселәре менән аралаша ала.
Сарала ҡатнашыусыларҙың һөнәри йүнәлеш алыу буйынса тест үтеү, хеҙмәт ҡануниәте буйынса юридик консультация һәм һөҙөмтәле һөнәри траектория төҙөү буйынса кәңәштәр алыу мөмкинлеге бар.
Йәрминкәне ойоштороусы булып Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге сығыш яһай. Тулыраҡ мәғлүмәтте 279-06-56 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Йәрминкә киске сәғәт 5-тән 7-се яртыға тиклем эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1215814-v-ufe-na-yarmarke-vakansiy-job-market-predstavyat-rabochie-mesta-dlya-molodezhi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика