05:25 (UTC+5), 25 Сентябрь 2018

Өфөлә республиканың 100 йыллығына «Башҡортостан тарихы биттәре» марафоны дауам итә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә республиканың 100 йыллығына арналған муниципаль берәмектәрҙең «Башҡортостан тарихы биттәре» марафоны дауам итә.
2 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Бөрйән районы менән таныштырыу уҙа.
Сара программаһында – ойошмалар, предприятиелар һәм учреждениелар, халыҡ кәсептәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, сувенирҙар, умартасылыҡ продукттарын һатыу һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре.
Программа район коллективтары һәм урындағы һәүәҫкәр артистар ҡатнашлығында ҙур концерт менән тамамлана. Киске сәғәт 7-лә башлана.
Шулай уҡ байрам сиктәрендә көндөҙгө сәғәт 2-лә филармония алдындағы майҙанда бал йәрминкәһе ойошторола. Барлыҡ теләүселәрҙең төрлө бөрйән балын һәм умартасылыҡ продукттарын һатып алыу мөмкинлеге була.
http://www.bashinform.ru/news/1215673-v-ufe-prodolzhaetsya-marafon-stranitsy-istorii-bashkortostana-k-100-letiyu-respubliki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика