09:29 (UTC+5), 24 Сентябрь 2018

Яҡташыбыҙ Сергей Петров Владивостокта халыҡ-ара марафонда еңеү яуланы

vladivostokmarathon.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Владивостокта өсөнсө халыҡ-ара марафон уҙҙы, унда 3,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
42,2 саҡрымлыҡ арауыҡта ир-егеттәр араһында Башҡортостандан Сергей Петров еңеүсе булды, уның һөҙөмтәһе – 2 сәғәт 24 минут 27 секунд. Икенсе урынды Владивостоктан Роман Исаев яуланы (2:35.32). Өсөнсөлә – Япониянан Сакамото Томонори (2:38.10).
Марафон дистанцияһын үткән һәр ҡатнашыусы финишта миҙал алды. Бүләк фонды — 1 миллион һум — билдәләнгән арауыҡтарҙа тәүге өс урынды алған ҡатнашыусылар араһында бүленде.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Хабаровскиҙан Наталья Сергеева иң шәбе булды (2:40.49). Икенсе урын — Яҡутстан вәкиле Надежда Гоголевала, уның һөҙөмтәһе — 3 сәғәт 3 минут. Приморье крайынан Виктория Мячикова өсөнсө булып килде — 3:3.51.
2017 йылда марафон дистанцияһында Яңы Воронеждан Сергей Попов еңеү яулағайны (2 сәғәт 24 минут 20 секунд), уның артынса Владивосток спортсыһы Евгений Бушков килде (2:24.59), пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына Өфөнән Андрей Сафронов күтәрелде (2:29.2).
Сергей Петровҡа 28 йәш. Ул Өфө районының Чесноковка ҡасабаһында йәшәй. Марафонда #Йүгереүсе айыу клубы исеменән сығыш яһаны.
http://www.bashinform.ru/news/1215256-zhitel-bashkirii-sergey-popov-pobedil-na-mezhdunarodnom-marafone-vo-vladivostoke/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика