12:50 (UTC+5), 24 Сентября 2018

Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда мәҙәни үҙәк төҙөлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Белоретта яңы күп функциялы мәҙәни үҙәк төҙөлә. Бюджет инвестициялары буйынса Эксперт совет барышында ҡабул ителгән ҡарар тураһында төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте.
Бынан тыш, республиканың Федоровка районы Федоровка ауылында район мәҙәниәт йортон яңыртыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Алдан ошо тораҡ пункттарында мәҙәниәт йорттары менән бәйле мәсьәләне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәл итергә ҡушҡайны, тип хәбәр итте Премьер-министр.
- Республика Башлығының тейешле йөкләмәләре булды, хәҙер улар ғәмәлгә ашырыла, - тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов. - Проектлауға аҡса бүленгән.
Бюджет инвестициялары буйынса Эксперт совет ултырышы барышында башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Атап әйткәндә, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә урынлашҡан һәм Ағиҙел йылғаһы буйы менән сиктәш булған парк комплексын реконструкциялау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ Хәйбулла районында һыу тәьминәте һәм ҡулланған һыуҙы түгеү өлкәһендә объекттар яңыртыласаҡ һәм Мәсетле районында йылға үҙәндәрен төҙәйтеү эштәре башҡарыласаҡ. Һуңғыларҙың кәрәклеге райондың бер нисә тораҡ пунктында ярҙарҙың йыуылыуы менән бәйле.
http://www.bashinform.ru/news/1215399-po-porucheniyu-rustema-khamitova-v-bashkortostane-postroyat-kulturnyy-tsentr/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика