08:48 (UTC+5), 24 Сентябрь 2018

Өфөлә «Урал транспорты» халыҡ-ара форумы уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 26-28 сентябрҙә Өфөлә III«Урал транспорты» халыҡ-ара форумы уҙа.
Осрашыуҙа эксперттар юл-транспорт тармағын үҫтереү йүнәлештәрен, проблемаларын һәм мөмкинлектәрен тикшерә.
Сараны «Башкиравтодор» һәм «Дортрансстрой» компаниялары булышлығында Башҡортостан Республикаһының Транспорт дирекцияһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты үткәрә.
Форумдың төп ваҡиғаһы — Рәсәй Федерацияһының Транспорт министрлығы етәкселеге ҡатнашлығында «Азиянан Европаға транспорт күперен тергеҙеп. Үҫеш нөктәләре» пленар ултырышы. Төбәктәрҙе юл өлкәһендәге Хөкүмәт-ара килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү маҡсатында Азия һәм Тымыҡ океан өсөн иҡтисади һәм социаль комиссия ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторола, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Иҡтисади һәм Социаль советының биш төбәк комиссияһының береһе булып тора.
Форум барышында автомобиль, авиация, тимер юл һәм йылға транспорты, шулай уҡ юл-төҙөлөш комплексының эшләүенә һәм уларҙы үҫтереү мәсьәләләренә арналған секциялар уҙғарыла.
Күргәҙмәлә тармаҡ предприятиеларының яңы тауарҙарын һәм ҡаҙаныштарын күрергә була: «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «УРАЛ» автомобиль заводы, ГАЗ төркөмдәре вәкилдәре үҙ продукцияһы менән таныштыра. Экспонаттар араһында — MERCEDES, ISUZU, RENAULT, ПАЗ, IVECO коммерция транспорты, «Меркатор», «Ярославич», «Спецмаш», «Башдизель», «ГрандАвто», «Француз», ELF, «Ремстройдормаш» компанияларының махсус техникаһы.
Тәүге тапҡыр күргәҙмәлә «Өфө» халыҡ-ара аэропорты ҡатнаша. Компанияның стендында халыҡ-ара стандарттарға ярашлы аэропорт биләмәһендә планлаштырылған барлыҡ үҙгәрештәр менән танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1215252-v-ufe-proydet-mezhdunarodnyy-forum-transport-urala/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика