11:03 (UTC+5), 21 Сентября 2018

Башҡортостанда «Өлгө ал» конкурсының икенсе этабына 30 ғаилә үтте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, /Гөлфиә Акулова. Башҡортостанда төбәктең социаль яҡтан әүҙем ғаиләләре араһында барған «Өлгө ал» конкурсының икенсе этабына 30 ҡатнашыусы үтте. Республикала йәшәүселәр аҙна дауамында Башҡортостан юлдаш телеканалы сайтында иң яҡшылар тигән исемгә лайыҡ ғаиләләрҙең ғаризаларын һайланы. Конкурсҡа бөтәһе 107 ғариза килгән. Ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы ике аҙнала конкурс комиссияһы һайлап алынған ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн тикшерә. 5 октябрҙә төп бүләк – автомобиль өсөн көс һынашырға тейешле ғаиләләрҙең исемлеге билдәле була.
«Өлгө ал» конкурсы Башҡортостан Башлығы башланғысы менән үткәрелә, ойоштороусылары – Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы. Уның төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу һәм граждандарҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеү. Еңеүсе еңел автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнә. Сертификат ноябрҙә Башҡортостанда Ғаилә йылын йомғаҡлау сараһында тапшырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1214282-v-bashkirii-vo-vtoroy-etap-konkursa-beri-primer-proshli-30-semey-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика