12:30 (UTC+5), 21 Сентября 2018

Башҡортостан ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге Милли премия финалына сығыу өсөн көрәшә

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың ете туристик программаһы ваҡиғалар туризмы өлкәһендә Russian Event Awards Милли премияһының төбәк этабында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, Милли премия финалына сығыу өсөн түбәндәге проекттар көрәшә:
- «Тарихи йүнәлештәге иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында III «Ваҡыт йылғаһы» бөтә Рәсәй тарихи реконструкция фестивале;
- «Гастрономия туризмы өлкәһендә иң яҡшы ваҡиға» номинацияһында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале;
- «Ваҡиғалар туризмын популярлаштырыу буйынса иң яҡшы проект» номинацияһында йыл һайын уҙғарылған «Һөт иле» фестивале;
- «Ауыл һәм агротуризмды популярлаштырыу буйынса иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында «Бөрйән балы – башҡорт даны» халыҡ-ара этнофестивале;
- «Ауыл һәм агротуризмды популярлаштырыу буйынса иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында «Иштуған» ҡыҫала тотоу фестивале;
- «Иң яҡшы этно-мәҙәни ваҡиға» номинацияһында Яҡтыкүл буйында «Күсмә халыҡ уйындары»;
- «Туристик ваҡиға уҙғарыу өсөн иң яҡшы урынлаштырыу сараһы» номинацияһында Өфөләге Azimut Отеле.
Конкурс 26-27 сентябрҙә Чебоксар ҡалаһында үтә. Төбәк һайлап алыу турҙарының иң яҡшы проекттары 24-28 октябрҙә Түбәнге Новгородта уҙасаҡ Russian Event Awards Милли премияһы финалына саҡырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1214285-bashkiriya-poboretsya-za-vykhod-v-final-natsionalnoy-premii-v-oblasti-sobytiynogo-turizma/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика