07:45 (UTC+5), 20 Сентября 2018

Республикала «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-проекты эшләй башлай

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһында «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» мәғлүмәт интернет-ресурсын әҙерләүгә тотондолар.
Үҙенең кесе Ватаны тарихында беленерлек эҙ ҡалдырған һәм йәмғиәт үҫешенә, йәмғиәттең уңышлы үҫешеүенә ныҡышмалы, намыҫлы ҙур өлөш индергән йәки әле лә шуның менән шөғөлләнгән республиканың талантлы, абруйлы, юғары сифаттарға эйә кешеләре тураһында һөйләү проекттың маҡсаты булып тора.
Һәр кем үҙенең яҡын йәки таныш кешеләре тураһында мәғлүмәт ебәрә, уның турала мәҡәләне ресурста урынлаштырып, кешегә бүләк эшләй йәки, әгәр кеше иҫән булмаһа, уның биографияһын мәңгелләштерә ала. Ҡулъяҙмалар һәм һүрәттәр электрон вариантта, шулай уҡ баҫылған формала ла ҡабул ителә, күләме – рус, башҡорт һәм татар телдәрендә өс биттән артмаҫҡа тейеш. Ҡулъяҙмаларҙы түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450006, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 55, йәки электрон почтаға: imena@bashenc.ru. Шулай уҡ [u]www.bashenc.ru[/u] адресы буйынса материалдың электрон формаһын ебәрергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1213310-v-respublike-zapuskaetsya-internet-proekt-zamechatelnye-lyudi-bashkortostana/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика