06:00 (UTC+5), 20 Сентябрь 2018

Фольклориаданы иң юғары кимәлдә уҙғарырбыҙ – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 19 сентябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советының (СИОФФ) 48-се Бөтә донъя конгресын рәсми рәүештә асыу тантанаһында сығыш яһаны.
- Өфөнө, Башҡортостанды Фольклориаданы уҙғарыу биләмәһе итеп һайланғандары өсөн шатбыҙ. Фольклориаданы иң юғары кимәлдә уҙғарырбыҙ. Ҡунаҡтар ҙа, халҡыбыҙ ҙа ҡәнәғәт һәм беҙгә килгән ҡунаҡтарҙың сәнғәте, халыҡ йолалары, фольклоры менән хайран ҡалыр, - тине төбәк етәксеһе. - Һеҙ ғәйәт ҙур, үтә мөһим, изге эш эшләйһегеҙ – халыҡтарға дуҫлыҡ телендә һөйләшергә ярҙам итәһегеҙ. Башҡортостан CIOFF-тың ҙур ғаиләһенә ҡабул ителеүенә ихлас шат һәм 2020 йылда ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙға ысын, ҙур, иҫ киткес байрам бүләк итер өсөн барыһын да эшләйәсәк.
Конгреста ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ СИОФФ президенты Филипп Боссан һәм CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты, Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова сәләмләне.
«Бөтә донъя Фольклориадаһы – CIOFF-тың мөһим сараһы. Унда бөтә донъянан 2,5 меңдән ашыу бейеүсе һәм музыкант ҡатнаша. Ул төрлө мәҙәниәт вәкилдәрен берләштерә, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм берҙәмлекте нығыта, бөтә ҡатнашыусы илдәр вәкилдәрен мәҙәни мираҫ менән таныштыра, - тине Филипп Боссан. - Мин Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һәм CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһына Өфө 2020 йылда ғәйәт ҙур ваҡиға ҡабул итеүенә рәхмәтлемен».
СИОФФ етәксеһе Башҡортостанға 70-тән ашыу ил вәкиле килә тип билдәләне. 2020 йылда СИОФФ-ҡа 50 йыл тула – ойошма юбилейын Өфөлә билдәләй.
«СИОФФ-ҡа Рәсәй Федерацияһына һәм Башҡортостанға Бөтә донъя фольклориадаһы кеүек ошондай ҙур сараны ҡабул итеү хөрмәте бирелгәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Унан бигерәк, был сара СИОФФ-тың алтын юбилейы менән тап килеүенә шатбыҙ, - тип билдәләне Тамара Пуртова. - Был сара иң юғары ойоштороу һәм ижади кимәлдә уҙыр тип ышанам».
Асыу тантанаһы сиктәрендә конгреста ҡатнашыусы илдәрҙең презентацияһы үтте. Милли секция вәкилдәре халыҡ ижадына булышлыҡ итеү һәм 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тураһында һөйләне.
Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советы (СИОФФ) 1970 йылдан эшләй, 2012 йылдан ЮНЕСКО-ның рәсми партнеры булып тора. Уның төп маҡсаты – традицион мәҙәниәтте һәм фольклорҙы һаҡлау һәм танытыу. Күп йылдар дауамында Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы исеменән эшләй.
1 из 12
http://www.bashinform.ru/news/1213563-rustem-khamitov-vystupil-na-otkrytii-vsemirnogo-kongressa-i-generalnoy-assamblei-cioff/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика