06:05 (UTC+5), 19 Сентябрь 2018

Янғантауҙан тыш, Башҡортостанда тағы бер нисә геопарк барлыҡҡа килеүе мөмкин – Рөстәм Хәмитов

«Янғантау» шифаханаһы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. ЮНЕСКО белгестәре «Янғантау» геопаркын глобаль селтәргә индереүгә Башҡортостан ғаризаһын юғары баһаланы. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС агентлығындағы матбуғат конференцияһында белдерҙе.
- Геологик парктар буйынса Бөтә донъя советы беҙҙең «Янғантау» геологик паркы биләмәһен үҙенең исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул итте, беҙ унда булабыҙ. Үҙ яғыбыҙҙан ошо урынды шул иҫәптән туристар өсөн төҙөкләндерергә, ҡарарға тейешбеҙ, - тине республика Башлығы.
Шул рәүешле, «Янғантау» Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә ингән беренсе геопарк була.
- Беҙҙә шулай уҡ геопарк статусы алырҙай тағы ике-өс майҙансыҡ бар. Ул геологик парктарҙы үҫтереү йәһәтенән Рәсәй Федерацияһы флагманы булырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. - Был ҡыҙыҡлы, яҡшы ваҡиға. Геопарктар эргәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ барлыҡҡа килә – экскурсоводтар, хеҙмәтләндереү өлкәһе, инфраструктура. Ошондай эште дауам итәбеҙ. Беҙ трендлы, беҙ Рәсәй Федерацияһында беренсе.
http://www.bashinform.ru/news/1212936-krome-yangan-tau-v-bashkortostane-mogut-poyavitsya-eshche-neskolko-geoparkov-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика