03:45 (UTC+5), 19 Сентябрь 2018

Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ер аҫты йәйәүлеләр үткәүеле барлыҡҡа килә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә транспорт хәрәкәтен үҙгәртеү күҙаллана. Атап әйткәндә, йәмәғәт транспорты туҡталышы эргәһендәге светофорҙы бөтөрөү. Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығы етәксеһе Радмила Мөслимова һүҙҙәренсә, проект эшләнгән һәм тормошҡа ашырыуға әҙер.
«Был участканы планлаштырыу проекты менән транспорт ағымын бүлеү маҡсатында Сочи урамы башында юл төҙөү ҡаралған. Әле бер кимәлдә хәрәкәт ойоштороу ҡарала. Шул уҡ ваҡытта Дуҫлыҡ монументынан Сочи урамы аша төҙөлөп ятҡан яр буйына сығыу өсөн ер аҫты үткәүеле проектланған. Ул светофор ярҙамында көйләүҙе бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк», — тип билдәләне чиновник.
Төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 142 миллион һум тәшкил итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылға тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында ике күперҙе (Шакша һәм иҫке Затон күперҙәрен) капиталь ремонтлау, шулай уҡ Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы тирәһендә яңы транспорт сиселеше төҙөү күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1212528-v-ufe-v-rayone-monumenta-druzhby-poyavitsya-podzemnyy-peshekhodnyy-perekhod/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика