07:45 (UTC+5), 18 Сентября 2018

«Бал ҡорто туйы» байрамында Башҡортостан командаһы беренсе урынды алды

«Бал ҡорто туйы» фестивален ойоштороу комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан командаһы «Бал ҡорто туйы» бал байрамында ойошторолған умартасылар эстафетаһында еңеп сыҡты. Сара ошо ял көндәрендә Башҡортостандың Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылы эргәһендә уҙҙы.
Эстафетала икенсе урын — Татарстанда, өсөнсө — Ырымбур өлкәһе умартасыларында. Ҡатнашыусыларға тиҙлеккә рам эшләп, уға сым һуҙырға һәм балауыҙ табағын беркетергә кәрәк ине.
Шулай уҡ «Бал ҡорто туйы»нда иң яҡшы бал конкурсы үтте. Иң яҡшы үтә асыҡ һары төҫлө балды — Татарстандан Даниил Яруллин, ә иң яҡшы ҡыҙғылтыраҡ ҡуйы көрән балды Башҡортостандың Шишмә районынан умартасы Ирина Вишнякова етештерә.
«Урындарҙы байрам ҡунаҡтары һәм умартасылар билдәләне — улар балды тәмләп ҡараны һәм тауыш бирҙе. Быйыл байрамға Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе умартасылары, шулай уҡ Архангел, Дүртөйлө, Шишмә, Бүздәк, Дәүләкән, Туймазы һәм Бәләбәй райондары вәкилдәре килде», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ойоштороу комитетында.
Башҡортостан умартасылары «Бал ҡорто туйы» байрамын беренсе тапҡыр 2013 йылда ойошторғайны. 2014 йылдан алып ойоштороу эштәренә Бәләбәй районы хакимиәте ҡушылды.
«Бал ҡорто туйы» — Рәсәйҙә умартасылыҡҡа һәм умартасылыҡ продукцияһына арналған иң йәш умартасылар байрамы. Бал фестивале миҙгел ябылғандан һуң уҙғарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1212260-komanda-iz-bashkirii-pobedila-v-estafete-pchelovodov-na-prazdnike-pchelotuy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика