06:20 (UTC+5), 17 Сентября 2018

«Янғантау» геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү өсөн хупланды

«Янғантау» шифаханаһы
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Италияның Адамелло-Брента ҡалаһында уҙған ЮНЕСКО-ның 8-се Халыҡ-ара геопарктар конференцияһында эксперттар Башҡортостанда «Янғантау» геопаркы ғаризаһын ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү өсөн хупланы.
«Янғантау» геопаркы Салауат районында урынлашҡан. Уның майҙаны 1,8 мең квадрат километр тәшкил итә. Бында халыҡ-ара һәм милли әһәмиәтле 20-нән ашыу геологик объект урынлашҡан. Төп геологик күренекле урын – Мәсетле ауылы киҫелеше. Бында пермь осорондағы (290 миллион йыл элек) таш булып ҡатҡан флора һәм фауна бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Янғантау»ҙы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү ғаризаһын республика 2017 йылдың ноябрендә бирҙе. Әлеге ваҡытта уға донъяның 38 илендәге 140 геопарк инә. Уҙған йәй ЮНЕСКО белгестәре биләмәнең статусын раҫлау өсөн Салауат районында булды. «Янғантау» геопаркын глобаль селтәргә индереү тураһында аҙаҡҡы ҡарар 2018 йылдың октябрендә, ЮНЕСКО геопарктары буйынса Совет белгестәренең отчетын ҡарағандан һуң билдәле була.
http://www.bashinform.ru/news/1211628-geopark-yangan-tau-odobren-dlya-vklyucheniya-v-globalnuyu-set-yunesko/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика