09:28 (UTC+5), 17 Сентября 2018

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан артабан да Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы итеп күрһәтелә»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2021 йылда республикала XLVII «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын уҙғарыу Башҡортостанға Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы исемен нығытырға мөмкинлек бирергә тейеш. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов форумға әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
– Конгресты уңышлы үткәргән осраҡта – ә беҙ һеҙҙең менән быға шикләнмәйбеҙ – Башҡортостан артабан да Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы итеп күрһәтелергә тейеш, – тине республика етәксеһе. – Ошо баһалап бөткөһөҙ имидж капиталын тулыһынса һәм бөтә йүнәлештәр буйынса файҙаланырға кәрәк.
Әйтәйек, августа Бөрйән районында күләмле Бал фестивале уҙҙы. Бөгөн Өфөлә Бал фестивале бара. Бәләбәй районында иҫәп буйынса алтынсы бал байрамы була, унда тотош республиканан һәм күрше төбәктәрҙән умартасылар ҡатнаша. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бындай башланғыстарҙы хупларға һәм киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртырға кәрәк.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов ҙур тармаҡ форумдарында, күргәҙмәләрҙә һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыу юлы менән республиканы һәм башҡорт балын халыҡ-ара кимәлдә танытыу тураһында һөйләне.
Атап әйткәндә, быйыл октябрҙә республика делегацияһы Төркиәнең Мугла ҡалаһында VI Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресында ҡатнаша. Алдағы йылдарҙа ApiEXPO Africa, BEECOME кеүек ҙур тармаҡ күргәҙмәләрендә, унда заманса умартасылыҡ ҡорамалдары, APIMELL (Италия) күрһәтелә, шулай уҡ Азия умартасылар ассоциацияһының XV конференцияһында ҡатнашыу күҙаллана.
2019 йылдың майында Канаданың Монреаль ҡалаһында «Апимондия»ның башҡарма комитеты ултырышы була. Ултырышта, атап әйткәндә, Өфө форумына әҙерлек барышы ҡарала, ә сентябрҙә шунда уҡ XLVI Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресы уҙа, унда Башҡортостан экспозицияһы ла ҡуйыла.
Бынан тыш, 2020 йылда Өфөлә апитерапия өлкәһендәге эксперттар ҡатнашлығында «Апимондия» симпозиумын ойошторорға тәҡдим ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1211675-rustem-khamitov-bashkortostan-budet-i-dalshe-pozitsionirovatsya-kak-medovaya-stolitsa-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика