05:35 (UTC+5), 14 Сентября 2018

Төбәктә йыл башынан 29 меңгә яҡын сабый тыуған, улар араһында 4 өс игеҙ бала

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда быйыл туғыҙ ай эсендә 29 меңгә яҡын сабый тыуған, ҡағиҙә булараҡ, малайҙар күберәк. Был турала республика буйынса Социаль страховкалау фонды хәбәр итә.
Яңы тыуған сабыйҙар араһында 4 өс игеҙ бала. Быйыл тәүге өс игеҙ бала 5 ғинуарҙа Өфөлә донъяға килде, ошо хаҡта агентлыҡ йыл башында яҙғайны.
Йышыраҡ сабыйҙарҙың буйы - 52 сантиметр, ауырлығы - 3,2-3,4 килограмм. Балалар күп осраҡта ғәҙәттәгесә шаршамбы тыуған.
Элеккесә Башҡортостанда ғаиләлә икенсе бала тыуыу өҫтөнлөк итә. Республиканың ҙур ҡалаларындағы бала табыу йорттарында тыуғандар һанының артыу тенденцияһы күҙәтелә. Ул ҡатындарҙың сифатлы медицина хеҙмәте алыу маҡсатында бала табыу учреждениеһын һайлау хоҡуғы менән күберәк файҙаланыуы тураһында һөйләй. Һайлағанда йыш ҡына баш ҡала перинаталь үҙәктәренә өҫтөнлөк бирелә.
Билдәләнгән осорҙа «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе медицина ойошмаларына 350 миллион һум самаһы күсергән. Был аҡсаларҙы ҡатындарҙың йөклө булыу осоронда медицина хеҙмәттәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары, бала табыу йорттары һәм сабыйҙарҙы бер йәшенә тиклем күҙәтеү буйынса хеҙмәттәр өсөн балалар поликлиникалары – бөтәһе 85 медицина ойошмаһы алған.
http://www.bashinform.ru/news/1210880-v-bashkirii-s-nachala-goda-rodilos-okolo-29-tysyach-malyshey-sredi-nikh-4-troyni-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика