07:00 (UTC+5), 14 Сентября 2018

Өфөлә «Нефть. Бал. SMM» конференцияһында 200 «бәхетле билет» уйнаталар

Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 22 сентябрҙә Өфөлә бизнесты социаль селтәрҙә алға ебәреү буйынса «Нефть. Бал. SMM» конференцияһында хәйриә лотереялары уйнатыла.
Конференцияла ҡатнашыусыларға 200 «бәхетле билет» һатып алырға тәҡдим ителә, уларҙы һатыуҙан кергән аҡса онкологик ауырыу менән яфаланған балаларға ярҙамға йүнәлтелә. Уның авторы – «Юғалтыуҙар юҡ» ҡаты ауырыу балаларға ярҙам фонды етәксеһе Радмила Сурначева.
«Беҙ «Нефть. Бал. SMM» конференцияһын ойоштороусыларға беҙҙең фондҡа ярҙам итеү һәм ҡатнашыусыларға эшебеҙ, уның мөһимлеге һәм ҡиммәттәре тураһында хәтергә төшөрөү үтенесе менән мөрәжәғәт иттек», — тип хәбәр итте Радмила Сурначева.
Башҡортостандан 20 компания конференцияны ойоштороусылар социаль селтәрҙә баҫып сығарған саҡырыуға яуап биргән. Хәйриә лотереяһында еңеүселәр өсөн Өфө һәм Башҡортостан эшҡыуарҙары йөҙләгән бүләк әҙерләгән. Улар араһында пледтар, китаптар, төрлө-төрлө аксессуарҙар һәм гаджеттар, ҡиммәтле бизнес-йыйылмалар, хеҙмәттәргә сертификаттар.
«Беҙҙең хәйриә башланғысына ярҙам иткән һәр компанияға рәхмәтлебеҙ! Компаниялар вәкилдәре ярҙам итеү ниәте тураһында теләк белдереп кенә ҡалманы, беҙгә офисҡа буласаҡ уйнатыу өсөн ҡиммәтле бүләктәр килтерә башланы», — тип һөйләне конференцияның ойоштороусыһы Екатерина Телина.
«Бәхетле билеттар» 22 сентябрҙә иртәнге 9-ҙа «Нефть. Бал. SMM» конференцияһының тәүге көнөндә һатыла башлай. Уларҙы «Юғалтыуҙар юҡ» фондының бренд-зонаһында һатып алырға мөмкин. Бүләктәрҙе шул уҡ көндө кисен Башҡортостандың беренсе SMM-премияһын тапшырыу тантанаһында уйнаталар.
http://www.bashinform.ru/news/1211003-v-ufe-na-konferentsii-neft-med-smm-razygrayut-200-schastlivykh-biletov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика