06:30 (UTC+5), 14 Сентября 2018

Быйыл республикала талпандарҙың әүҙемлек осоро оҙаҡҡа һуҙыла

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл уҙған осорҙа Башҡортостанда йәшәүселәрҙең талпан тешләү сәбәпле мөрәжәғәттәре 2017 йылға ҡарағанда әҙерәк, тип хәбәр иттеләр кесе йома, 13 сентябрҙә, Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығында. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына талпан тешләү осрағы менән 9733 кеше мөрәжәғәт иткән, былтыр – 10966 булған.
Талпандар әүҙемлегенең бер аҙға,11 процентҡа, кәмеү сәбәбе – һауа торошо. Төбәк ғалим-биологтары быйылғы һыуыҡ май айын хәтергә төшөрҙө. Уларҙың һүҙҙәренсә, ямғырҙар һәм һыуыҡтар ваҡытында талпандар аҙ әүҙем: түшәктән сыҡмай. Ҡоро эҫене лә яратмай, шуға күрә шундай һауа торошонда кәмей. Талпандар өсөн иң уңай һауа торошо – ямғырһыҙ уртаса йылы.
Ғәҙәттә талпандар республикала апрель-май айҙарында уяна. Әгәр быйыл, хәҙерге кеүек, бындай көҙгө һауа торошо дауам итһә, уларҙың әүҙемлек осоро ла оҙаҡҡа һуҙыла: уларға ҡышты үткәреү, ә инә талпандарға йомортҡа һалыу өсөн туйғансы туҡланырға кәрәк. Ямғырҙар башланһа, талпандар ҙа юҡҡа сыға, тип аңлатты биологтар.
http://www.bashinform.ru/news/1210779-kleshchi-v-etom-godu-kusayut-zhiteley-bashkirii-rezhe-chem-v-proshlom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика