11:19 (UTC+5), 14 Сентябрь 2018

Башҡортостанда яман шештән үлем осраҡтары артҡан

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Федерацияһының 30 субъектында онкология сирҙәренән үлем осраҡтары артҡан. Ошо төбәктәр иҫәбендә Башҡортостан да бар. Республикала яман шештән вафат булыусылар һаны 6,9% артҡан.
Башҡортостандан тыш, был исемлектә — Магадан өлкәһе (үҫеш 7,7%), Дағстан (7,2%), Ҡалмыҡстан (6,8%), Севастополь (6,5%), Томск (5,1%) һәм Һарытау өлкәләре (4,5%), Коми Республикаһы (3,4%), Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы (3,4%), Иркутск өлкәһе (3,3%). Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм «Сәләмәтлек» фондының тикшеренеү һөҙөмтәләре шундай.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эскперттары фекеренсә, онкологиянан үлем осраҡтары артыуының сәбәптәре — махсус медицина ярҙамының аҙ булыуы, һәм шул арҡала һуң асыҡлау. Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда һуңғы стадиялағы онкология ауырыуҙары тәүге тапҡыр йышыраҡ асыҡланған төбәктәр: Ҡалмыҡстан Республикаһы — 53%, Саха Республикаһы (Яҡутстан) — 52,6%, Магадан өлкәһе — 49%, Дағстан Республикаһы — 47,3%, Бүрәтстан Республикаһы — 46,9%, Йәһүд автономиялы өлкәһе — 46,5%, Тула өлкәһе — 46,2%, Башҡортостан Республикаһы — 45,9%, Брянск өлкәһе — 45,9%, Псков өлкәһе — 45,5%.
Дауалау һөҙөмтәлелеге, ғүмер оҙайлығы ғына түгел, диагноз ҡуйылған ваҡыттан алып бер йыл эсендә вафат булған ауырыуҙар һаны ла онколоия сирҙәрен асыҡлау стадияһына бәйле. Рәсәйҙә әлегә ул юғары кимәлдә ҡала — 22,5%.
«Яман шеште иртә стадияла асыҡлау 70% кәм булмаҫҡа тейеш. Реаль һандар ошо күрһәткестән йыраҡ әле», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы ағзаһы, «Сәләмәтлек» медицина хеҙмәттәрен бойондороҡһоҙ күҙәтеү һәм кеше һаулығын һаҡлау фонды директоры Эдуард Гаврилов.
http://www.bashinform.ru/news/1211218-v-bashkirii-vyrosla-smertnost-ot-raka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика