11:21 (UTC+5), 13 Сентября 2018

«Ҡоралыңды тапшыр» операцияһы: Башҡортостанда йәшәүселәргә боеприпастар һәм шартлатҡыстар өсөн аҡса түләйҙәр

Гөлфиә Акулова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Росгвардияның Башҡортостан буйынса идаралығы 17-28 сентябрҙә төбәктә «Ҡоралыңды тапшыр» иҫкәртеү операцияһын үткәрә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә асыҡлыҡ индереүҙәренсә, һәр кем законһыҙ һаҡланған ҡоралдар, боеприпастар, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡорамалдарын тапшыра ала. Бының өсөн енәйәт йәки административ яуаплылыҡ янамай. Аҡсалата бүләкләү ҡаралған.
«Ошо ҡоралды ҡулланып, бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылынмаған тигән шарт менән, әлбиттә, — тип өҫтәне Росгвардия вәкиле. — Ҡоралды тапшырыу бик ябай. Быны полицияның һәр бүлегендә эшләргә мөмкин: ғариза яҙырға, паспорт мәғлүмәттәрен, аҡса күсереү өсөн банктағы иҫәп мәғлүмәттәрен бирергә һәм түләүҙе көтөргә. Эксперт-криминалистар ҡоралды тикшергәндән һуң техник комиссия уның торошон баһалай һәм хаҡын билдәләй. Ғәҙәттә, аҡсаны бер ай эсендә алырға мөмкин».
Үҙ теләгең менән тапшырған ҡорал өсөн аҡса түләүгә республика ҡаҙнаһынан йыл һайын яҡынса 3,6 миллион һум бүленә.
Ағымдағы йылда Росгвардияның Башҡортостан буйынса идаралығының Лицензия-рөхсәт биреү үҙәгенә 183 берәмек ҡорал, 93 меңдән ашыу дана боеприпас, 20 килограмдан күберәк шартлатҡыс матдә ҡабул ителгәнлеге тураһында 190-дан ашыу ғариза килгән. Компенсациялар түләү суммаһы 2,2 миллион һум тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1210551-operatsiya-sday-oruzhie-zhitelyam-bashkirii-zaplatyat-za-boepripasy-i-vzryvchatku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика