Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2018, 10:35

Өфөлә, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта йәшәүселәргә эшкә велосипедта йөрөргә кәңәш итәләр

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Республикаһының өс ҡалаһында: Өфөлә, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта 17-22 сентябрҙә «Эшкә велосипедта» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Хәрәкәтсәнлек аҙнаһы үтә.
Акция Башҡортостанда тәүгә үтә, тип хәбәр итә республиканың Экология министрлығы һәм кешеләрҙе унда әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
Ни бары велосипедҡа ултырып, эштәр буйынса йәки эшкә барырға кәрәк. Беренсенән, ул һаулыҡ һәм тирә-яҡ мөхит өсөн файҙалы. Икенсенән, ойоштороусылар ҡатнашыусы ҡалаларҙа акция дауамында партнерҙарҙан бонустар, бүләктәр әҙерләй. Бынан тыш, 17 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-се яртынан 12-гә тиклем ҡаланың төп урамдарында урынлашҡан энергетик нөктәләрендә эсемлек менән һыйланырға һәм сувенирҙар алырға мөмкин. Нөктәләрҙең урынлашыуы һәм төрлө уйындар уйнатылыуы социаль селтәрҙәге «Эшкә велосипедта – Өфө» төркөмөндә яҙыласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1210247-zhitelyam-trekh-gorodov-bashkirii-predlagayut-ezdit-na-rabotu-na-velosipede-/
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: