10:26 (UTC+5), 13 Сентября 2018

Өфө ботаника баҡсаһы гортензиялар коллекцияһы буйлап экскурсияларға саҡыра

Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын гортензиялар коллекцияһы буйлап экскурсияларға саҡыра.
«Гортензиялар коллекцияһы кураторы — Көньяҡ Урал баҡса институтының кесе ғилми хеҙмәткәре Фәнүзә Мырҙабулатова төрлө төрҙәр һәм сорттар менән таныштыра, үҫемлектәрҙе үҫтереү һәм уларҙы тәрбиәләү үҙенсәлектәре хаҡында һөйләй», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына ботаника баҡса-институтының ғилми хеҙмәткәре Надежда Рязанова.
Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институтында гортензияның 30-ҙан ашыу сорты үҫтерелә, улар араһында иң популярҙары — Sterilis, Annabelle, Vanille Freise, Great Ster, Pinky Winky, «Поляр айыу» һәм башҡалар.
«Гортензиялар — сәскә атҡан декоратив ҡыуаҡлыҡтар, уларҙың сәскә атыу осоро — 2,5 айҙан өс айға тиклем, июль аҙағынан ҡар яуғансыға. Сәскәләрҙе киптерелгән килеш тә файҙаланырға мөмкин», — тип асыҡлыҡ индерҙе Надежда Рязанова.
Экскурсиялар 15 сентябргә ҡәҙәр дауам итә. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1210063-botanicheskiy-sad-priglashaet-na-ekskursii-po-kollektsii-gortenziy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика