Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2018, 11:30

Башҡортостан райондарының береһендә эсәр һыуҙа нитраттар табылған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандың Роспотренадзор идаралығы хеҙмәткәрҙәре Стәрлебаш районы тораҡ пункттарында һыуҙы тикшерә башлаған һәм нормалар боҙолоуҙы асыҡлаған. Атап әйткәндә, белгестәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, Хәлекәй һәм Һарыйылға ауылдарында ҡоҙоҡтарҙан проба эсәр һыуҙа перманганат әселәндерелеүенең һәм ҡоро ҡалдыҡтың түбән булыуын күрһәткән.
«Үҙәкләштерелгән эсәр һыу тәьминәте системаһынан – Хәлекәй ауылы һыу алыу ҡоҙоғонан эсәр һыу пробаһы норматив талаптарға тап килмәй. 70,4 мг/дм3 нитрат табылған, ә норма - 45,0», — тип асыҡлыҡ индерҙе республиканың Роспотребнадзор лабораторияһы белгестәре.
Административ протокол төҙөгәндән һуң урындағы ауыл советына 2000 һум күләмендә штраф һалынған.
http://www.bashinform.ru/news/1210265-v-odnom-iz-rayonov-bashkirii-v-pitevoy-vode-obnaruzheny-nitraty/
Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: