11:48 (UTC+5), 12 Сентября 2018

Ҡырымда Башҡортостан булышлығында төҙөкләндерелгән Мәҙәниәт йорто асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 12 сентябрҙә Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһында капиталь ремонттан һуң район Мәҙәниәт йортон асыу сараһы булды, тип хәбәр итә Ҡырым Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте. Тантанала Ҡырым башлығы Сергей Аксёнов Мәҙәниәт йортон асыу райондың муниципаль власы һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булыуын билдәләне.
«Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, шулай уҡ Белогорск районы хакимиәте башлығы Галина Переловичҡа ҙур рәхмәт. Бөгөн ошо залда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла бар. Башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдерәм. Мәҙәниәт йортон асыу ҡала һәм район халҡына яңы мөмкинлектәр һәм ижади перспективалар бүләк итер тигән ышаныстамын», – тине Ҡырым башлығы.
Уҙған йылдың майында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергея Аксёновтың осрашыуы булды. Яҡтар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырым Республикаһы Министрҙар советы араһындағы 2017-2019 йылдарға иҫәпләнгән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына, шулай уҡ финанс, мәҙәни һәм инвестиция үҙ-ара эш итеү өлкәһендә ведомство-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Саралар планына социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлектең барлыҡ төп өлкәләрендәге 12 йүнәлеш инде.
Бынан алда Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса республиканың социаль маҡсатлы программалар фондында Ҡырымға булышлыҡ итеү буйынса сараларҙы финанслау өсөн иҫәп асылғайны. Уны тулыландырыу сығанаҡтары – республика предприятиеларының үҙ теләге менән күсергән аҡсаһы һәм республика халҡы иғәнәһе. Белогорск районына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм күләме 400 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.
http://www.bashinform.ru/news/1209909-v-krymu-pri-podderzhke-bashkortostana-otkrylsya-rekonstruirovannyy-dom-kultury-/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика