09:02 (UTC+5), 12 Сентября 2018

Яҡташыбыҙ «Туризм һылыуҡайы - 2018» донъя конкурсында тажға дәғүә итә

Илшат Әхмәтов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлаған художестволы гимнастика буйынса спорт мастеры Анастасия Яковлева «Донъя туризмы һылыуҡайы — 2018» исеме өсөн көс һынаша. Халыҡ-ара конкурс 12-17 сентябрҙә Ҡытайҙа уҙа. Унда төрлө илдәрҙән 60-тан ашыу һылыуҡай ҡатнаша. Башҡортостан исеменән республика моделе Анастасия Яковлева сығыш яһай.
«Анастасия — бик әүҙем һәм яуаплы. Дүрт йыл моделдәр мәктәбендә дефиле дәрестәрен бирә, бейеүҙәр ҡуя. Хәйриәлек менән күп шөғөлләнә, хужаһыҙ хайуандар хаҡында хәстәрлек күрә. Уны экология мәсьәләләре борсой, ул барлыҡ өмәләрҙә ҡатнаша. Настя хатта беҙҙең агентлыҡ моделдәренән штаб йыйған һәм улар күмәкләп экологик сараларға йөрөй», — тип һөйләне «Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығы директоры Луиза Закирйәнова.
Ҡатнашыусыларҙы бай программа көтә. Иң мөһим этапта — милли турҙа ҡыҙҙар үҙ илдәре һәм төбәктәре менән таныштырырға тейеш. Анастасия билдәле башҡорт дизайнеры Альбина Жерлицынаның костюмын күрһәтә. Шулай уҡ программала – таланттар конкурсы, унда Настя «модерн» стилендәге бейеү башҡара һәм хәйриәлек этабы.
Анастасияның күләмле донъяуи проекттарҙа ҡатнашыу тәжрибәһе ҙур. Ул — студенттарҙың «Донъя Университеты һылыуҡайы 2016» төп матурлыҡ конкурсы призеры, әйткәндәй, ул Ҡытайҙа уҙҙы. «Офис һылыуҡайы – 2017», «Эко Донъя һылыуҡайы», «Башҡортостан студенттары һылыуҡайы», «Виртуаль Рәсәй һылыуҡайы» һәм башҡа сараларҙа уңышлы сығыш яһаны.
http://www.bashinform.ru/news/1209532-krasavitsa-iz-bashkirii-pretendentka-na-koronu-v-mirovom-konkurse-miss-turizm-2018-/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика