07:01 (UTC+5), 11 Сентября 2018

Өфөлә Йәштәр өсөн карьера төҙөү көндәре уҙа

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Йәштәр өсөн карьера төҙөү көндәре» асыла. Уның барышында 11 сентябрҙә Конгресс-холл майҙансығында йәштәр мәшғүллеге буйынса «Уңышлы һәм мәшғүл булыу — трендлы булыу» республика форумы («PROFуспех» форумы), ә 12-13 сентябрҙә ВДНХ-Экспо майҙансығында «ProfФЕСТ» республика фестивале була.
«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының һөнәри белем биреү, һөнәри йүнәлеш һәм эшһеҙҙәргә психологик ярҙам бүлеге етәксеһе Элина Ғатуллина, «Zaсобой» иртә һөнәри йүнәлеште үҫтереү программаһы авторы Наталья Алиева (Мәскәү ҡалаһы) һәм Башҡорт дәүләт университетының хеҙмәт социологияһы кафедраһы мөдире, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Ульяна Назарова журналистарға йәштәр өсөн ойошторолған ике ҙур сара тураһында һөйләне.
Элина Ғатуллина һүҙҙәренсә, «PROFуспех» форумы программаһы, уның менән сараның сайтында танышырға мөмкин, республиканың 40-тан ашыу эш биреүсеһен йәлеп итеп, кейстар, эшлекле уйындар, лекторийҙар форматында 10 тармаҡ майҙансығынан, эшлекле зоналарҙан тора. Баш ҡала вуздары һәм урта махсус уҡыу йорттары ойошторған тармаҡ майҙансыҡтарынан тыш, республика эш биреүселәренән вакансиялар һәм стажировка урындары күргәҙмә-йәрминкәһе уҙғарыла.
«PROFФЕСТ» фестивалендә уҡыусылар һәм студенттар хеҙмәт баҙарында талап ителгән эшсе һөнәрҙәре менән таныша, эш тренажерҙарын үҙләштерә ала. «Хеҙмәт кешеһе» тигән ошондай фестиваль тәүге тапҡыр Өфөлә 2015 йылда уҙғайны. Былтыр фестиваль «ProfФЕСТ» тип атала башланы һәм быйыл да Өфөлә хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр фестивален үткәреү дауам итә», — тип хәбәр итте Элина Ғатауллина.
Форум Бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш буйынса методик материалдар конкурсы һәм һөнәрҙәр тураһында «Zасобой» видеороликтар конкурсы, шулай уҡ «Минең һайлауым — минең киләсәгем» республика видеороликтар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү менән тамамлана. Бөтә Рәсәй «Zасобой» проекты авторы Наталья Алиева һүҙҙәренсә, был конкурс илдә өсөнсөгә ойошторола һәм бына икенсе тапҡыр инде уның еңеүселәрен Өфө ҡалаһында бүләкләү күҙаллана. Бынан тыш, «PROFуспех» форумында Наталья Алиева үҙенең сираттағы яңы проектын — «Үҙемдең киләсәгем тураһында 160 бит» көндәлеге менән таныштырҙы.
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы исеменән Ульяна Назарова өлкән класс уҡыусыларын һәм студенттарҙы Карьера төҙөү көндәренә саҡырҙы.
«PROFуспех» форумында уңышлы кешеләр ҡатнаша. Уҡыусыларға һәм студенттарға улар менән аралашыу бик файҙалы, сөнки уңыш йоғоусан», — тип билдәләне Ульяна Назарова.
http://www.bashinform.ru/news/1209121-v-ufe-proydut-dni-karernogo-postroeniya-dlya-molodezhi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика