10:23 (UTC+5), 09 Сентября 2018

Республикала тәфтиш изоляторҙарында тотолған граждандарҙың 70 проценты тауыш бирҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 12-гә тәфтиш изоляторҙарында тотолған граждандарҙың 70 процентҡа яҡыны тауыш бирҙе. Әле унда бөтәһе 1418 кеше. Уларҙың барыһына ла тауыш биреү өсөн хоҡуҡтар, бурыстар, мөмкинлектәр аңлатылған, тип хәбәр итте Йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингта Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының хөкөм ителгәндәр менән тәрбиәүи эш бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы Антон Овчинников.
«Йәмғеһе ете һайлау участкаһы асылған, — тине Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы вәкиле. — Тәфтиш изоляторҙарындағы 400 кешенең паспорттары юҡ, законға ярашлы, уларҙы һайлаусылар исемлегенә индереү өсөн тейешле белешмәләр тултырылды».
Өйөндә һаҡ аҫтында булған граждандар үҙ участкаларында тауыш бирә. Бөгөнгә төбәктә ундайҙар 170. Йәшәгән урынын ҡалдырып китергә хоҡуғы булмағандарға урналар килтерәләр, республикала улар 79 кеше.
Стәрлетамаҡта колония-биләмә ҡарамағындағы холоҡ төҙәтеү үҙәгендә 28 кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә, улар ҙа үҙҙәренең гражданлыҡ хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра.
Эске эштәр министрлығы линияһы буйынса ваҡытлыса тотоу изоляторҙарында — 19, махсус ҡабул иткестәрҙә 27 граждан тауыш бирҙе.
«Үҙ хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙан баш тартҡан кешеләр теркәлмәне», — тине Антон Овчинников.
http://www.bashinform.ru/news/1207921-v-bashkirii-progolosovalo-70-protsentov-grazhdan-soderzhashchikhsya-v-sizo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика