11:24 (UTC+5), 07 Сентябрь 2018

Республикаға яңы ашығыс ярҙам машиналары һәм мәктәп автобустары ҡайтарыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев төбәктәргә транспорт һатып алыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан йыл аҙағына тиклем 25 тиҙ ярҙам автомобилен һәм 41 мәктәп автобусын алырға тейеш.
Республиканың «ашығыс ярҙам» автопаркы Рәсәйҙә сығарылған, «УАЗ» һәм «ГАЗ» заводтарында етештерелгән В класлы машиналар (ашығыс медицина ярҙамы автомобиле) менән тулыландырыла, тиелә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталындағы белдереүҙә.
Башҡортостан уҡыусыларына 12 кеше һыйҙырышлы — 13; 20 кешелек — алты; 24 кешелек 21 автобус ҡайтарыла һәм бер автобус 30-ҙан күберәк кешегә иҫәпләнгән.
Яңы машиналар иҫәбенә автопаркты яңыртырға һәм файҙаланыу ваҡыты үткән иҫке транспорттан ҡотолорға ниәтләйҙәр.
Рәсәй төбәктәренә бөтәһе 895 ашығыс ярҙам машинаһы һәм 1327 мәктәп автобусы ҡайтарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1207048-v-bashkiriyu-dostavyat-novye-mashiny-skoroy-pomoshchi-i-shkolnye-avtobusy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика