04:27 (UTC+5), 06 Сентября 2018

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Таһир Аушев менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Фәнни-техник программалар дирекцияһының генераль директоры урынбаҫары – Рәсәй Федерацияһының Фәнни-технологик үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса проект офисы етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Таһир Аушев менән осрашты.
Осрашыуҙа «Фән» милли проектын бойомға ашырыу мәсьәләләре, төбәктә ғилми һәм ғилми-етештереү кооперацияһын, фәнни тикшеренеүҙәр һәм эштәр алып барыу өсөн инфраструктураны үҫтереү, тармаҡтың кадрҙар потенциалы тикшерелде.
Таһир Аушев Башҡортостанды «бай технологик индустриялы һәм фәнни ҡеүәткә эйә» төбәк тип атаны. Ул Башҡортостан Башлығына кисә уҙған семинар-кәңәшмәлә тикшерелгән мәсьәләләр хаҡында һөйләне.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө Федераль тикшеренеү үҙәге, Башҡортостан Фәндәр академияһы, республика вуздары вәкилдәре ҡатнашты.
Атап әйткәндә, һүҙ илдә донъя кимәлендәге милли фәнни үҙәктәр ойоштороу алымдарын яңынан ҡарау мөмкинлеге хаҡында барҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай бурысты Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйҙы, «Фән» милли проекты сиктәрендә ошондай үҙәктәр асыу ҡаралған.
– Донъя кимәлендәге милли фәнни үҙәктәр һәм ғилми-белем биреү үҙәктәрен булдырыу ике өлөштән тора. Тәүгеһе – федераль ярҙам, уларҙың күләме әлегә билдәләнмәгән. Икенсеһе – билдәле бер статус һәм махсус эшләү шарттары, – тине Таһир Аушев.
Уның һүҙҙәренсә, ошондай 15 үҙәккә генә федераль ярҙам күрһәтелә. Ләкин әлеге 15 иҫәбенә инмәгән, әммә финанслауҙы үҙ өҫтөнә алырға әҙер булған төбәктәр ҙә донъя кимәлендәге фәнни үҙәк статусына дәғүә итә ала.
– Бындай осраҡта президенттың был башланғысы көсәйә генә, сөнки төбәктәр үҙҙәренә ниндәй үҙәктәр кәрәклеген яҡшыраҡ белә. Әгәр улар быны финансларға әҙер булһа, үҙәктәргә ошондай юғары статус биреү төбәкте үҫтереү өсөн ҙур ярҙам булыр ине, – тине Таһир Аушев.
Башҡортостан Башлығы был идеяны хупланы.
- Ошо 15 төбәк иҫәбенә эләгеүҙең бар йәһәттән дә ҡатмарлы икәнен аңлайым, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, беҙ а) ошо 15 төбәк иҫәбенә инергә тырышырбыҙ; б) әгәр килеп сыҡмаһа, фәнгә булышлыҡ итербеҙ һәм күпме кәрәк, шунса аҡса бүлербеҙ.
1 из 2
http://www.bashinform.ru/news/1206256-rustem-khamitov-vstretilsya-s-chlenom-korrespondentom-ran-tagirom-aushevym/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика