10:25 (UTC+5), 06 Сентября 2018

Күсмә халыҡтар уйындарында Башҡортостан вәкиле — берҙән-бер бөркөтсө ҡатын-ҡыҙ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ҡырғыҙстанда III Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында бөркөтсөләр (бөркөт менән һунар итеү) ярышы уҙҙы. Башҡортостан исеменән фольклорсы, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина сығыш яһаны. АКИpress порталы (Ҡырғыҙстан) хәбәр итеүенсә, Гөлгөнә Уйындарҙа һунар ҡоштарын өйрәтеү һәм улар менән һунар итеү буйынса боронғо һөнәрҙе күрһәткән ир-егет ҡатнашыусылар араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булды.
Ярышта Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙең бөркөтсөләре лә үҙҙәренең йыртҡыс ҡоштарын күрһәтте.Ҡағиҙә буйынса, бөркөт тиҙлеккә үҙенең табышын ауларға тейеш ине. Яҡташыбыҙ ярышта икенсе урынды яуланы.
Һунар ҡоштары менән һунар итеү тамырҙары менән боронғо тарихҡа барып тоташа. Элек-электән кешеләр йыртҡыс ҡоштар — шоңҡар, ҡарсыға, ыласын менән һунар иткән. Кешелек цивилизацияһы башында һунарсы өсөн өйрәтелгән ҡоштан да яҡшыраҡ ярҙамсы булмаған. Ҡулға эйәләштерелгән бөркөттәр көтөүҙе бүреләрҙән һаҡлаған, кейем-һалым һәм ит өсөн йәнлек аулаған. Йыртҡыс ҡошто үҫтереү һәм ауға өйрәтеү ҙур түҙемлек, ныҡышмалылыҡ, киң күңеллелек талап иткән. Беҙҙең көндәрҙә лә, атыу ҡоралы киң таралыуға ҡарамаҫтан, бөркөттәр менән һунар итеү милли спорттың иң популяр төрҙәренең береһе булып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1206298-v-igrakh-kochevnikov-v-kirgizii-predstavitelnitsa-bashkirii-edinstvennaya-zhenshchina-burkutchu/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика