11:36 (UTC+5), 06 Сентябрь 2018

Башҡортостанда льготалылар социаль пакетты йәки аҡсалата компенсацияны һайлай ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 октябргә тиклем Башҡортостанда льготаға хоҡуғы булғандар киләһе йылда дәүләт ярҙамын ниндәй төрҙә алыуҙы хәл итергә һәм социаль пакет йәки аҡсалата компенсацияны һайларға тейеш.
Быйыл 2019 йылға социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыу формаһын үҙгәртеү тураһында ғариза биреү ваҡыты йәкшәмбе, 30 сентябрҙә тамамлана. Ҡануниәткә ярашлы, әгәр аҙаҡҡы көн ялға тура килһә, Пенсия фондының клиент хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт иткәндә ғаризалар унан һуңғы эш көнөндә, йәғни 1 октябрҙә ҡабул ителә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан буйынса Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта социаль пакеттың хаҡы айына 1075,19 һум тәшкил итә, уға тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеү, шифахана-курорт дауалауы һәм тимер юл транспортында йөрөү инә. Йылына бер тапҡыр — 1 октябргә тиклем бынан аҡсалата компенсация файҙаһына баш тартырға йәки ошо хеҙмәттәрҙе алыу хоҡуғын кире ҡайтарырға мөмкин.
Льготаларҙы алыуҙың элекке тәртибен һаҡлау теләге булғанда, ғариза яҙырға кәрәкмәй. Әгәр кеше был тәртипте үҙгәртергә теләй икән, ғариза яҙырға кәрәк, ул льготалы үҙенең теләген үҙгәрткәнсе ғәмәлдә була.
Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимер һүҙҙәренсә, республикала федераль льготаға эйә 321 мең кеше йәшәй. Уларҙың 287 меңдән ашыуы (89%) социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан йәки уның айырым өлөшөнән аҡсалата компенсация ала.
Социаль хеҙмәттәр алыу, уларҙан баш тартыу йәки алыуҙы тергеҙеү тураһында ғариза яҙыу өсөн ведомствоға килеү мотлаҡ түгел. Быны Пенсия фонды сайтында «Граждандың шәхси кабинеты»нда эшләргә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1206436-u-lgotnikov-bashkirii-menshe-mesyatsa-sdelat-vybor-sotspaket-ili-denezhnaya-kompensatsiya/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика