07:10 (UTC+5), 06 Сентября 2018

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә өс күсмә сейсмик станция ҡуялар

Көньяҡ-Урал ҡурсаулығының рәсми сайты
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигенән алыҫ түгел Көньяҡ-Урал ҡурсаулығы биләмәһендә өс күсмә сейсмик станция ҡуялар. Ҡорамал ер өҫтөнөң шыуыу күрһәткестәрен үлсәй. Станциялар бер нисә көн эшләй, тип яҙа «Известия» Рәсәй Фәндәр академияһының Геофизика институты ҡарамағында Урал төбәге мониторинг секторына һылтанып.
Шулай уҡ институт белгестәренең ер тетрәүҙең эпиүҙәгенә уның тәбиғәтен өйрәнеү өсөн йүнәлеүҙәре билдәле. Мониторинг көсәйеүгә ҡарамаҫтан, ғалимдар яңы ер һелкенеүҙе көтмәй. Уҙған тәүлек эсендә Уралда ике тапҡыр ер һелкенде, белгестәр уларҙы уртаса тип атаны. Зыян күреүселәр һәм етди емереклектәр юҡ.
5 сентябрҙә төндә Силәбе өлкәһендәге Ҡытау-Ивановскиҙа яҡынса 5,5 магнитудалы ер һелкенеү булды. Һуңынан иртән был урындан 22 саҡрым алыҫлыҡта, Урал тауҙары тирәһендә икенсе тапҡыр ер һелкенде. Уның магнитудаһы 4,4 тирәһе тәшкил итте.
Бында сейсмик әүҙемлек Урал төбәгендә 100 йылға бер тапҡыр күҙәтелә. Яңы ер һелкенеү осраҡтары көтөлмәй, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағындағы үҙәктә. Унда мониторинг өсөн сейсмик станцияларҙы ғәҙәттә һәр ер һелкенеүҙән һуң ҡуялар тип билдәләнеләр.
Көньяҡ-Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы уникаль Көньяҡ-Урал тәбиғәт комплекстарын – тау-тайга шыршы-аҡ шыршы урмандарын, юғары тауҙа үҫкән үҫемлек төркөмдәрен һәм һаҙлыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1979 йылдың 1 июнендә ойошторолған.
Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһының ике субъекты – Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе биләмәһендә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың 90 проценттан ашыу биләмәһе Белорет районында, 24,4 мең гектар майҙан Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск районы биләмәһендә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны 252,8 мең гектар. Ул майҙаны буйынса Башҡортостандың һәм бөтә Көньяҡ Уралдың иң ҙур ҡурсаулығы.
http://www.bashinform.ru/news/1206467-u-granitsy-bashkirii-i-chelyabinskoy-oblasti-ustanovyat-tri-mobilnye-seysmicheskie-stantsii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика