08:35 (UTC+5), 05 Сентябрь 2018

Башҡортостанда ер һелкенгән – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Шаршамбы, 5 сентябрҙә, иртә таң менән Башҡортостан биләмәһендә ер тетрәү теркәлгән. Ошо хаҡта рәсми рәүештә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдерҙеләр. Атап әйткәндә, ер һелкенеү Өфөлә, Салауат һәм Белорет райондарында күҙәтелгән.
«Халыҡҡа хәүеф янамай», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
ТАСС агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы Уралда Өфөнән көнсығышҡа табан 133-сө саҡрымда 5,5 магнитудалы ер тетрәү булған, тип хәбәр итә Европа-Урта диңгеҙ сейсмология үҙәге. Ер һелкенеү сығанағы 10 саҡрым тәрәнлектә урынлашҡан. Әлегә емереклектәр тураһында мәғлүмәт килмәгән.
http://www.bashinform.ru/news/1205723-v-bashkirii-zafiksirovano-zemletryasenie-mchs/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика