14:55 (UTC+5), 05 Сентябрь 2018

5 сентябрҙә Башҡортостандағы ер тетрәү – белгестәр фекере

www.emsc-csem.org
www.emsc-csem.org
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Бөгөн таңғы дүрт тирәһендә Башҡортостанда ер һелкенеүе теркәлгән. Быны үҙендә айырыуса Өфө, Белорет һәм Салауат райондарында йәшәүселәр тойған. Өфөләр социаль селтәрҙә йорттарының бәүелгәнен һиҙеүен яҙа, биналарҙа люстралар, карауаттар һелкенгәнен, ә йорт хайуандары борсоулы булғанын билдәләй.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 5,5 магнитудалы ер һелкенеү шаршамбы Уралда Өфөнән көнсығышҡа табан 133-се саҡрымда булған. Сейсмик әүҙемлек Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск муниципаль районында 10 саҡрым тәрәнлектә теркәлгән.
Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, республика биләмәһендә ер һелкенеү оҙаҡ булмаған. «Литосфера плиталарының хәрәкәте ер тетрәүгә килтергән, — тип «Башинформ» агентлығына комментарий бирҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә, ҡайһы бер кешәләрҙең һелкенеүҙең техноген характер йөрөтөү тураһында фекерен кире ҡағып. — Оператив хеҙмәттәр биләмәләрҙе ҡарап сыҡты. Электр һәм газ, һыу тәьминәтендә өҙөклөктәр юҡ. Һәләк булғандар, зыян күргәндәр юҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралыҡтың оператив штабы йыйылған».
«Ер шары йәшәй, үҫешә һәм ер һелкенеү – ул ғәҙәти күренеш», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандағы төнгө ер һелкенеүгә география фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Өҫтәмә белем биреү институты ҡарамағында география уҡытыусылары курстары етәксеһе, профессор Ринат Фәтҡуллин.
Уның һүҙҙәренсә, бер нисә йыл элек Өфөлә ер тетрәгәйне, ул саҡта ашығыс хеҙмәттәр хатта Октярь проспектында йәшәүселәрҙе эвакуациялау тураһында иҫкәрткәйне. Ғалим шулай уҡ Урал тауҙарынан көнбайышҡа табан Өфө урынлашҡан платформа өлөшөндә иң күберәге 2 балл була алыуын билдәләне.
Уның коллегаһы, география фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең Почетлы геодезисы, Хәрби фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы профессор Геннадий Турикешев Башҡортостанда үҙендә лә ер һелкенеү булыуы ихтимал тип иҫәпләй. Мәҫәлән, уның һүҙҙәренсә, көслө ер тетрәү Башҡортостандың Архангел районында 19 быуатта булған.
«Өс баллы ер тетрәү беҙҙең көндәрҙә Мәләүездә, Өфөлә булды. Урал тауҙары – тергеҙелеүсе тауҙар, улар күтәрелә, ҡатламдарҙың тектоник ҡайтанан төҙөлөүе бара һәм бына ҡайҙалыр нимәлер булған», — тип билдәләй белгес. Шулай уҡ, ғалим фекеренсә, ер тетрәүгә кеше факторы ла сәбәпсе булыуы ихтимал. «Бындай ер һелкенеү йыш ҡына Татарстанда Әлмәт районында була. 1982-2000 йылдарҙа унда 700-гә яҡын ер тетрәү теркәлгән», — ти Геннадий Турикешев. Шул уҡ ваҡытта ул 2018 йылдың 5 сентябрендәге ер тетрәүгә нимә сәбәпсе булыуын әйтә алмай. «Моғайын, ул үҙенән-үҙе булғандыр», - тип фекерләй агентлыҡ әңгәмәсеһе.
Ғалим шулай уҡ әле сейсмология мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе берҙән-бер ойошма Өфөлә булыуын өҫтәне. Ул Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағында Космик хеҙмәттәр үҙәге. Вуздың сейсмик станцияһы Өфө районының Лекаревка ауылында урынлашҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1205970-zemletryasenie-5-sentyabrya-v-bashkirii-mnenie-ekspertov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика