06:10 (UTC+5), 04 Сентябрь 2018

«Башҡортостан 100» вики-марафонының һуңғы этабы башланды

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 1 сентябрҙә Башҡорт Википедияһында Википедия мәҡәләләрен яҙыу буйынса «Башҡортостан 100» вики-марафонының бишенсе, һуңғы этабы башланды. Вики-марафон Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы сиктәрендә башҡорт бүлеген үҫтереү һәм республика тураһында мәғлүмәтте популяр интернет энциклопедияһы аша донъя мәғлүмәт киңлегендә танытыу маҡсатында уҙғарыла.
«100 көн дауам итәсәк конкурстың һуңғы этабында төрлө тел бүлегенән теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Был юлы, алдағы этаптарҙағы кеүек, Qolcomaq азербайжан бүлеге мөдире беренсе булып эш башланы һәм Шаран районының Аҡбарыҫ ауылы тураһында мәҡәлә яҙҙы. Ул туған телендә Башҡортостандың тораҡ пункттары тураһында мәҡәләләр яҙыуын дауам итә. Тәүге өс көн эсендә башҡорт телендә 30 мәҡәлә яҙылған һәм яҡшыртылған, ә рус телендә «Башҡорттарҙың хәрби тарихы» энциклопедияһы хаҡында мәҡәлә барлыҡҡа килгән. Алдағы дүрт этапта марафонға 3730 мәҡәлә, уларҙың 2611-е өсөнсө һәм дүртенсе этаптарҙа ҡабул ителгән, әгәр тупланған тиҙлекте бишенсе этапта кәметмәгәндә, 5000 мәҡәләгә етергә мөмкин», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев.
http://www.bashinform.ru/news/1205176-startoval-posledniy-etap-viki-marafona-bashkortostan-100/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика