04:53 (UTC+5), 31 Август 2018

Башҡортостанда белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостанда белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр төбәктең Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан.
Республика йәшәүселәрҙең (347) 218-09-78 телефонына шылтыратып, бушлай консультация алыу мөмкинлеге бар.
«Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре теләге булғандарҙың барыһына ла мәғариф хеҙмәттәре менән ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙың ҡануни нормалары тураһында мәғлүмәт бирергә һәм аныҡ хәлдәрҙе хәл итеү юлдарын тәҡдим итергә әҙер. «Ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны буйынса шылтыратыуҙар 28 сентябргә тиклем ҡабул ителә», — тип асыҡлыҡ индерҙе ведомствоның матбуғат секретары Нина Никандрова.
http://www.bashinform.ru/news/1203677-v-bashkirii-zarabotala-goryachaya-liniya-po-voprosam-okazaniya-obrazovatelnykh-uslug/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика