06:15 (UTC+5), 31 Августа 2018

Башҡортостанда 140 кеше 150-шәр мең һум аҡса түләгән һәм хажға бара алмаған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандан 140 кеше хажға бара алмаған, тип хәбәр итә «Вся Уфа» телеканалы. Мәккәгә хаж ҡылыу өсөн улар Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратындағы бинаны ҡуртымға алған туроператорға 150-шәр мең һум аҡса түләгән. Ошонда эшләгән турфирма хеҙмәткәре аҡсаны алып ҡасҡан, компания һәм уның сайты хәҙер эшләмәй. Республикала йәшәүселәргә килтерелгән зыян күләме 21 миллион һум тәшкил итә. Хажға бара алмағандарҙың күпселеге республика Эске эштәр министрлығына һәм прокуратураға ғариза яҙған. Телекомпания мәғлүмәттәре буйынса, барыһы ла килешеү төҙөмәгән (араларында пенсионерҙар күп), тимәк, улар аҡсаны кире ҡайтарыуға дәғүә итә алмай.
«Татаринформ» агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй диндарҙары өсөн хаж ойоштороу тирәләй ғауға тәүгә генә ҡупмай. Былтыр Мәскәүҙә «Урал-сервис» туроператорының йөҙгә яҡын клиенты, визалар менән проблемалар булыу сәбәпле, Мәккәгә оса алманы. Ул саҡта компания бының урынына бәләкәй хаж ойошторорға, ғибәҙәт ҡылыуҙы бер йылға күсерергә йәки аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1203844-v-bashkirii-140-palomnikov-zaplatili-po-150-tysyach-rubley-i-ne-smogli-sovershit-khadzh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика